12.07.2013 Урман мастеры браконьер булып киткән
Балтас районында урман мастеры браконьерға әйләнгән. Шишмә ауылында йәшәгән 50 йәшлек ир законһыҙ рәүештә ҡырҡ төпкә яҡын ҡайын ҡырҡҡан. Артабан ул ағасты өйөнә алып ҡайтҡан һәм утын итеп һатырға уйлаған. Ләкин ир, еңелерәк ысул менән аҡса эшләргә теләп, ауылдаштарына урман эсендә үҫкән ағастарҙы ҡырҡырға уңайлы урындарҙы күрһәтә башлаған. Бының өсөн ул айырым хаҡ алған.
Урман мастеры үҙенең күршеһенә - 45 йәшлек иргә лә урманлы урынды һатҡан. Ағас ҡырҡҡан мәлендә был кешене полиция хеҙмәткәрҙәре күреп ҡала. Хоҡуҡ һаҡлаусыларҙың тейешле формалағы рөхсәт ҡағыҙын һорауына, ул урман мастеры ағас ҡырҡыуға телдән рөхсәт бирҙе һәм бының өсөн аҡса алды, тип яуаплай.
Әлеге ваҡытта браконьерлыҡҡа күскән урман мастерына ҡаршы «Законһыҙ урман ҡырҡыу» һәм «Үҙенең вазифауи дәрәжәһе ярҙамында яһалған мутлашыу» статьялары буйынса енәйәт эше асылған. Ҡырҡылған ағас һәм утын әйберләтә дәлил булып тора. Әйткәндәй, урман фондына 192 мең һумға яҡын зыян килтерелгән. Ағас браконьерының алты йылға тиклем хөкөм ителеүе ихтимал.