11.07.2013 Бандит сериалдарындағы һымаҡ
Был яңылыҡта тасуирланған хәл телевизорҙан көнө-төнө күрһәтелгән полиция һәм бандиттар тураһында төшөрөлгән сериалдарҙы хәтерләтә.
Шишәмбе кисендә Ишембай ҡалаһының ведомствонан тыш һаҡ хеҙмәтенең дежур пультына «Тревога» сигналы килә. Ваҡиға урынына - аҙыҡ-түлек магазинына тиҙ арала ике ҡулға алыу төркөмө ебәрелә. Шок хәлендә булған һатыусы ҡатын полиция хеҙмәткәрҙәренә магазиндың ярҙамсы бүлмәһендә бысаҡ менән ҡоралланған билдәһеҙ ир йәшенгәнен әйтә.
Бер нисә минут элек бандит һатып алыусы һымаҡ магазинға инә һәм һатыусынан бер шешә һыра һорай. Ҡатын тауарҙың хаҡын әйтеүе була, ир прилавка артына ҡапыл ғына һикереп төшә һәм уны иҙәнгә ҡолата һәм муйынына бысаҡ терәп, кассала булған аҡсаны ала. Шулай ҙа һатыусы ҡурҡып ҡалмай, бандитҡа күрһәтмәй генә кеҫәһендә ятҡан тревога сигнализацияһы брелогының төймәһенә баҫа.
Ә енәйәтсе кассанан алған 7 мең һум аҡсаға ҡәнәғәт булмайынса, магазиндың ярҙамсы бүлмәһендәге йәшниктәр һәм һыуытҡыстар эсенән аҡса эҙләй башлай. Бер ыңғайы ул сауҙа залында урынлашҡан видеокүҙәтеү камераһын ысҡындырып, үҙенең эҙен яҙлыҡтырырға уйлаған. Тап ошо мәлдә хоҡуҡ һаҡлаусылар ирҙе ҡулға ала.
Был енәйәтте Ишембай ҡалаһында йәшәгән һәм ваҡытлыса эшһеҙ йөрөгән 26 йәшлек егет ҡылған. Ул элек закон боҙмаған, шулай ҙа мағазин талағаны өсөн уға 5 йылдан 10 йылға тиклем хөкөм ителеү янай.