RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » 16 килограмм терегөмөш гаражда һаҡланған

09.07.2013 16 килограмм терегөмөш гаражда һаҡланған

16 килограмм терегөмөш гаражда һаҡланған Билдәле булыуынса, ғәҙәти хәле шыйыҡ булған металл – терегөмөш айырыуса хәүефле матдәләр исемлегенә инә. Бүлмә температураһында ул яйлап быуға әйләнә һәм шуның менән кеше организмына бик насар тәҫьир итә.
Шулай ҙа был металл күп өлкәлә ҡулланыла. Ул медицина термометрҙары, терегөмөшлө люминесцент һәм энергияны һаҡлаусы лампаларҙың составына инә. Терегөмөш сәнәғәттә һыуытыу системаларында, электр техникаһында, электроникала, химия, быяла эшләү сәнәғәтендә һәм башҡа өлкәләрҙә киң ҡулланылыш тапҡан.
Әлеге шыйыҡ металдың хәүефле икәнен белмәй, ағыуланыусылар, һаулыҡтарына етди зыян килгән кешеләр йыш осрай. Ошо көндәрҙә терегөмөш менән бәйле хәлдең имен тамамланыуы үҙе бәхет, тиергә була.
Бүздәк районы полицияһына бер ауыл биләмәһе башлығы үҙенең гаражында терегөмөш һаҡлаған кеше барлығы тураһында еткерә. Шуныһы асыҡланған - 74 йәшлек бабай ҡаты ауырый һәм уға бер аҙна самаһы йәшәргә ҡалған. Үлер алдынан ул үҙенең гаражында күп күләмдә терегөмөш барлығын әйтә һәм уға кеше юлығып, бәлә булмаһын, тип белдерә.
Ваҡиға урынында хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре 1975 йылғы мисәтле сургуч менән ҡапланған һәм фабрикала эшләнгән ун контейнер таба. Гаражды полиция һаҡлай. Иртәгеһенә РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса идаралығы белгестәре контейнерҙарҙы утилләштереүгә ебәрә.
Гараждың хужаһы 1975 йылда районда сусҡасылыҡ фермалары төҙөлөшө менән етәкселек иткән. Төҙөлөш-монтаж эштәрендә терегөмөш ҡулланылған үлсәү приборҙары ҡулланылған һәм ошо маҡсатта терегөмөшлө контейнерҙар килтерелгән. Ҡулланылмаған һауыттар келәттә һаҡланған. 90-сы йылдар башында колхоз бөткәс, ир терегөмөштө үҙенең гаражында һаҡлай башлай. Быны ул хәүеф тыуҙырға металдың кешеләргә, айырыуса балалар ҡулына килеп эләкмәһен, тип аңлатҡан. Ғүмеренең һуңғы көндәрендә лә ауыл хакимиәте башлығы менән осрашып, терегөмөш барлығы тураһында әйтеүен дә ошо маҡсаттан сығып эшләгән.










Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне