09.07.2013 Төймә урлаһаң да бур, эшләпә урлаһаң да бур
23 йәшлек егет баш ҡаланың Мостай Кәрим урамында урынлашҡан барҙа ял иткән мәлендә башына бик матур һалам эшләпә кейгән булған. Ләкин бер ҡыҙ Португалияла эшләнгән һәм ярайһы уҡ ҡиммәтле – 4500 һум торған был баш кейемен егеттең башынан тартып алып ҡаса. Эшләпә хужаһы бурҙы баҫтыра, ләкин ҡыҙ таксиға ултырып күҙҙән юғала.
Зыян күреүсе шунда уҡ полиция саҡыра. Хоҡуҡ һаҡлаусылар тиҙ арала енәйәт ҡылыусыны – 24 йәшлек ҡыҙҙы тота. Ул үҙенең был ҡара эшен иҫерек булыуы һәм шундай матур эшләпәне үҙенеке иткеһе килеүе менән аңлатҡан. Таксиға ултырып ҡасҡанда, ҡыҙ водителгә, егет мине эҙәрлекләй, тип аңлатҡан.
Әлеге ваҡытта ҡыҙ «Талау» статьяһы буйынса закон алдында яуап бирәсәк.