08.07.2013 Эскелек яҡшыға алып бармай
Үткән йомала, иртәнге сәғәт 5-тәр тирәһендә, Өфөнөң Ленин районы ведомствонан тыш һаҡ хеҙмәте дежур пультына билдәһеҙ ирҙең Линейная урамындағы йорт ихатаһына ҡуйылған алтынсы моделле ВАЗ автомобилен ҡыуып алып китергә теләүе тураһында мәғлүм була.
Әйтелгән адресҡа кисекмәҫтән дежур эпипаж йүнәлтелә. Ваҡиға урынында полиция хеҙмәткәрҙәре автомобиль моторын отвертка менән ҡабыҙырға маташҡан ирҙе таба. Әйтергә кәрәк, ул иҫерек һәм эске кейемдә генә була. Был сәйер кеше «Жигули»ҙың ишеген ватып инеүен хоҡуҡ һаҡлаусыларға автомобиль менән йөрөп килергә теләүе менән аңлата.
Енәйәтсе артабан үҙ ирке менән 4-се полиция участогына оҙатыла. Ул унда ғәйебен танып, ғариза яҙа. Элек тә урлашыу статьяһы буйынса хөкөмгә тарттырылған 40 йәшлек ир автомобилде ҡыуып алып китергә маташыу статьяһы буйынса закон алдында яуап бирәсәк.