03.07.2013 «Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит»
1 июлдән республикала ошо исем аҫтында хәйриә акцияһы башланды. Уны БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы өсөнсө йыл рәттән ойоштора.
Акцияның маҡсаты – инвалид балаларға, етемдәргә, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға, күп балалы, аҙ тәьмин ителгән һәм ауыр тормош хәлендә ҡалған тулы булмаған ғаиләләргә ярҙам итеү. Граждандар һәм предприятие-ойошмалар канцелярия тауарҙары, балалар ижады йыйылмалары, портфелдәр, мәктәп формаһы, дәреслектәр, нәфис әҙәбиәт тапшыра ала. Бының өсөн йәшәгән урынығыҙҙағы халыҡты комплекслы хеҙмәтләндереү социаль үҙәктәренә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Акция 31 августа тамамланасаҡ.