27.06.2013 Талҡаҫ буйында сәсәндәр осрашты
Ошо көндәрҙә Баймаҡ районы мөғжизәһе - Иҫән күле янында урынлашҡан «Орленок» балалар һауыҡтырыу үҙәгендә «Урал батыр» эпосын һөйләүселәрҙең республика конкурсы башланды. Сәсәндәр бәйгеһен тап ошо ерҙә үткәреү бер ҙә осраҡлы түгел. Бер быуаттан ашыу элек Ырымбур ҡалаһының «Хөсәйениә» мәҙрәсәһе шәкерте, 22 йәшлек Мөхәмәтша Буранғолов Иҙрис ауылында йәшәгән данлыҡлы Ғәбит сәсәндән һәм сығышы Икенсе Этҡол ауылынан булған Хәмит сәсәндән «Урал батыр» эпосын яҙып алған.
Тантана барышында конкурста ҡатнашыусылар театрлаштырылған тамашаның геройҙары - Мөхәмәтша Буранғолов, Ғәбит сәсән, Хәмит сәсән менән осрашты. Улар йәш сәсәндәргә борондан килгән эпосты васыят итеп киләһе быуындарға тапшырырға, халҡыбыҙ тарихын онотмаҫҡа саҡырҙы.