25.06.2013 Шәхси һаҡ хеҙмәте граждандар именлеге һағында
Ошо көндәрҙә Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса идаралығына И.Насыри урамындағы 5-се йорттоң подъезында ауыр енәйәт ҡылыныуы тураһында билдәле була. Ваҡиға урынында муйынына бысаҡ менән сәнселгән ҡатын табыла. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул күп ҡан юғалтыуҙан үлгән, ә енәйәтсе ҡасҡан була.
Тиҙ арала ҡала буйлап үлтереүсене эҙләү операцияһы иғлан ителә. Унда полиция менән берлектә шәхси һаҡ хеҙмәте ойошмалары ла ҡатнаша. «Барыҫ - 2» ойошмаһының тиҙ арала яуап биргән төркөмө (һаҡсы Валерий Сазонов менән һаҡсы-водитель Сергей Будаев) енәйәт булған районға йүнәлә. Сәғәт төшкө 1-ҙәр тирәһендә экипаж Харьков урамында полиция биргән билдәләргә тап килгән ирҙе күреп ҡала. Ул шунда уҡ ҡаса, ләкин «Барыҫ - 2» ойошмаһы һаҡсылары уны гараждар янында ҡыуып тота һәм полицияға тапшыра.