20.06.2013 Баш ҡалала Рудольф Нуриев исемендәге сквер барлыҡҡа килеүе ихтимал
Өфөнөң Пушкин урамында урынлашҡан скверға Рудольф Нуриевтың исемен бирергә тәҡдим ителде. Уның менән баш ҡаланың ижади интеллигенцияһы сығыш яһаны. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры эргәһендәге аллея ҡала халҡына таныш һәм ул популяр ял итеү урыны. Бығаса ул Пушкин аллеяһы тип аталды. 1949 йылдан алып аллеяла әле икенсе урынға күсерелгән А. Пушкиндың бюсы тора ине. 1998 йылдың 17 мартында театр фасадында бөтә донъяға танылған бейеүсе Рудольф Нуриевтың барельефы урынлаштырылды.
Йыл аҙағына тиклем скверҙа ремонт, төҙөкләндереү эштәрен үткәрергә, фонарҙар, эскәмйәләр ҡуйыу планлаштырыла.
Өфөлә йәшәүселәр ҡала хакимиәте сайтында тәҡдим ителгән башланғыс өсөн тауыш биреүҙә ҡатнаша ала.