RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Билдәле ҡурайсы Рөстәм Шәрипов мәңгелеккә арабыҙҙан китеп барҙы

19.06.2013 Билдәле ҡурайсы Рөстәм Шәрипов мәңгелеккә арабыҙҙан китеп барҙы

Билдәле ҡурайсы Рөстәм Шәрипов мәңгелеккә арабыҙҙан китеп барҙы 2013 йылдың 18 июнендә башҡорт йыр сәнғәте һәм мәҙәниәте ҙур юғалтыу кисерҙе. Билдәле артист, ҡурайсы Рөстәм Шәрипов мәңгелеккә арабыҙҙан китеп барҙы.
Рөстәм Шәрипов Заһир Исмәғилов исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһында ҡурайсы-солист һөнәрен үҙләштерә. Ижад юлын 2001 йылда студент студент сағында уҡ Башҡорт дәүләт филармонияһында башлай һәм бөгөнгәсә унда эшләй. Мәҙәни усаҡта тәүге йылдарҙа эшләү осоронда аккомпаниатор-концертмейстер була. 2003‒2005 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Халыҡ ҡоралдары милли оркестрында ижад итә. 2005 йылдан алып ҡурайсы-солист булып эшләй. Был дәүерҙә “Далан” һәм “Йәдкәр” эстрада коллективтары составында ҡурайсы булараҡ сығыш яһай.
Йәш булыуына ҡарамаҫтан, тамашасы һөйөүен бик тиҙ яулап өлгөрә ул. Ҡурайсының репертуары бай йөкәмәткеле һәм күп яҡлы булыуы менән айырылып тора. Артистың ҡурайынан урғылған башҡорт халыҡ һәм башҡа бихисап халыҡ көйө, эстрада, классик көй ‒ барыһы ла илаһи моң булып, мәңгелеккә тамашасы күңелендә урын алды.
Рөстәм Шәрипов һәр ваҡытта камиллыҡҡа ынтылған, яҡты күңелле, ихлас кеше ине. Уның юғары башҡарыу оҫталығы, милли сәнғәтте пропагандалауға һалған көсө баһалап бөткөһөҙ. Ул сәнғәт оҫталары менән бер рәттән Төркиәлә уҙған Башҡортостан көндәрендә, Кубала, Эстонияла, Ҡаҙағстанда, Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта, Ырымбурҙа һәм башҡа ҡалалар һәм илдәрҙә тамашасыларҙы башҡорт моңона сорнаны. Шулай уҡ артист “Республика конкурстары лауреаты»исеменә лә күп тапҡыр лайыҡ була.
Рөстәм Шәрипов мәңгелеккә арабыҙҙан китһә лә, уның ҡурай моңо, халҡы өсөн янып йәшәгән йөрәгенең йылыһы күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр.
18 июндә, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының Ҙур залы фойеһында ҡурайсыны һуңғы юлға оҙатыу тантанаһы булды. Бында билдәле сәнғәт әһелдәре, мәрхүмдең дуҫтары, уның ижадын үҙ итеүсе тамашсылар, коллегалары йыйылғайны.
Рөстәм Фазылйән улы Шәриповты 19 июндә тыуған яғында ‒ Йылайыр районының Юлдыбай ауылында ерләнде.
Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы коллективы мәрхүмдең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша һәм ҡатынына, балаларына сабырлыҡ, ныҡлы рух теләй.










Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне

Изгелек
21 июня 2013 13:47: Изгелек
һуңғы юлға оҙатыу тантанаһы?