17.06.2013 Полиция хеҙмәткәрҙәре араһында самбо буйынса чемпионат үтте
Өфөлә Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының хеҙмәткәрҙәре араһында самбо буйынса чемпионат үтте. Республиканың төрлө ҡала-райондарынан йөҙгә яҡын полиция хеҙмәткәре һигеҙ ауырлыҡ категорияһында көс һынашты. Команда беренселегендә ОМОН самбосылары – беренсе, Октябрьскийҙың полиция хеҙмәткәрҙәре – икенсе, Нефтекама сопртсылары өсөнсө урынға лайыҡ булды.
100 килограмдан ашыу ауырлыҡ категорияһында Рәсәй Эске эштәр министрлығының Салауат ҡалаһы буйынса бүлексәһе изоляторы начальнигы Павел Плешаков еңеүсе булды. «Полиция майорының еңеүе осраҡлы түгел: быйыл ул чемпион исемен яҡланы. Көрәш менән ете йәшенән алып шөғөлләнә», — тип һөйләне БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте белгесе Мәҙинә Хөсәйенова.