10.06.2013 Халыҡ - ара опера фестивалендә беҙҙең йырсылар ҙа ҡатнаша
5 июндә Төркиәнең Самсун ҡалаһында «ТӨРКСОЙ - ҙың опера көндәре» тип исемләнгән 16-сы халыҡ - ара фестиваль башланды. Был юлы ул бөйөк ҡаҙаҡ композиторы Мукан Түлебай иҫтәлегенә арнала. Халыҡ - ара ТӨРКСОЙ ойошмаһы тарафынан был йыл тап ошо ижадсыға бағышланды.
Быйыл фестивалдә һигеҙ төрки дәүләттән 12 опера солисы ҡатнаша. Улар Мукан Түлебаев һәм донъя классикаһының әҫәрҙәрен башҡара. Башҡортостанды Любовь Буторина менән Закир Вәлиев яҡлай. Опера «йондоҙҙары» Ҡара диңгеҙ буйында урынлашҡан Орда, Гиресун һәм Трабзон ҡалаларында сығыш яһаясаҡ. Фестиваль программаһына ярашлы, төрки дәүләттәрҙең опера йырсыларын Анкара тамашасылары ла көтә. Ҙур байрам Төньяҡ Кипрҙың Гирне ҡалаһында тамамланасаҡ.