06.06.2013 Рәсәй журналистары тураһында яңы китап
Мәскәү ҡалаһында Санкт-Петербург дәүләт университеты профессоры С. Корконосенко мөхәррирлегендә «Журналист эшмәкәрлеге нигеҙҙәре» исеме аҫтында дәреслек нәшер ителде. Унда был профессияға талап ителгән белем һәм оҫталыҡ мәғлүмәт өлкәһендәге техник-технологик прогресс менән бәйләнештә бирелгән. Китапта шулай уҡ журналистика эшмәкәрлеге, мәғлүмәт табыу алымдары һәм сығанаҡтары, журналист һөнәрендәге талаптар тураһында ла яҙылған. Шулай уҡ унда үҙ-үҙеңде тикшереү өсөн күнегеүҙәр бар, редакция эше төрлө миҫалдар менән бирелгән.
Дәреслек авторҙары журналистиканы башҡа производство эшмәкәрлеге менән сағыштырыу үткәргән. Бынан тыш, унда матбуғаттың төрлө биләмә - география кимәлендәге эшмәкәрлеге лә бирелгән.
Китап авторҙары араһында Воронеж дәүләт университетының журналистика факультеты деканы В. Толопов та бар. Ул миҫал итеп билдәле башҡорт журналисы, 12 йыл буйы «Ватандаш» журналының баш мөхәррире булып эшләгән Фәрит Әхмәҙиевты журналист эше теоретигы һәм новаторы, юғары класлы белгес, тип миҫалға килтергән.