06.06.2013 Һыу саңғыларында ял итергә Павловкаға барығыҙ
Күңелле итеп ял итергә теләһәгеҙ, Павловка һыу һаҡлағысына рәхим итегеҙ. Бында һыу саңғыларында йөрөргә өйрәнергә мөмкин. Бер күнекмәнең хаҡы 1500 – 2000 һумға баҫасаҡ, ул көнө буйы дауам итәсәк. 5-6 кешенән торған команда тупларға ла кәрәк буласаҡ. Күңелле күнекмәләр июнь айы аҙағында – июь башында башланасаҡ.
Һыу саңғыларында йөрөргә өйрәтеүҙе «Йондоҙло» физкультура – һауыҡтырыу комплексы, «Өс сабаҡ» ял базаһы һәм һыу һаҡлағыс буйындағы пансионаттар башҡара.