06.06.2013 «Ер менән күк араһында»
14 июндә М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры үҙенең 93 - сө ижад миҙгелен ябыу көнөндә тамашасыларға өр - яңы спектакль тәҡдим итәсәк.
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Талха Ғиниәтуллиндың әҫәрҙәре буйынса Рәлиф Кинйәбаев яҙған инсценировкаға нигеҙләнеп ҡуйылған «Ер менән күк араһында» спектаклендә Ильяс исемле һалдат хаҡында һүҙ бара. Үлем менән йәшәү араһында тартҡылашҡан саҡта, егеттең янына ғүмерен алыу өсөн Ғазраил килә. Ул Ильясҡа, әгәр ул тере ҡалһа, киләсәктә ниҙәр көтөүен ентекле рәүештә һүрәтләп бирә. Һыҙланыуҙар, ауыртыныуҙар, ярлылыҡ, түбәнһетеүҙәр – алдағы тормоштоң ниндәй булырын аңлағас, һалдат үҙ ҡарарын ҡабул итә.
Жанр йәһәтенән спектакль «өндәге күрәҙәлек» тип билдәләнгән. Ҡуйыусы - рәссам – Альберт Нестеров, композитор – Илшат Яхин, хореограф – Сулпан Асҡарова.
Спектакль 14 июндә киске сәғәт 7-лә башлана.