05.06.2013 Универсиадаға билеттар һатыла
Ҡазан ҡалаһында үтәсәк XXVII Бөтә донъя йәйге универсиада 6 июлдән 17 июлгә тиклем дауам итәсәк. Әйтергә кәрәк, был ҙур спорт сараһы өсөн Татарстандың баш ҡалаһында бик күп объекттар төҙөлдө. Уларҙың иҫәбендә 12 мең кеше йәшәйәсәк Универсиада ауылы биҫтәһе лә бар. Был ауыл байрамдан һуң Ҡазан (Волга буйы) федераль университетының һәм Волга буйы физик культура, спорт һәм туризм акадиемияһының студент кампусына әйләндереләсәк. Июнь айы аҙағында Универсиада музейы үҙ эшен башлаясаҡ.
Спорт сараһын асыу тантанаһы классик стилдә үтәсәк. Ҡунаҡтарға һәм спортсыларға балет, опера, хореографик күренеш күрһәтеләсәк. Ябыу тантанаһында иһә Гарик Сукачев, «Земфира», «Мумий Тролль», «Елка», «Машина времени», «Би-2» төркөмдәре киләсәк.
Универсиадаға комиссияһыҙ билеттарҙы www.kassir-kazan2013.ru сайтында һатып алырға мөмкин.
Был сара һөҙөмтәләре буйынса Ҡазанда еңел атлетиканан 2014 йылда Рәсәй, 2016 йылда донъя чемпионаттары үткәрелә алыу мөмкинлеге тикшереләсәк.