04.06.2013 Иҫ киткес спорт байрамына килегеҙ
Июль айында Ҡазан ҡалаһында XXVII Бөтә донъя йәйге универсиада үтәсәк. 13500 спортсы ҡатнашасаҡ. Ҡазан йәйге универсиадалар үтәсәк ҡалалар араһында иң төнъяғы булып һанала.
Бындай кимәлдәге спорт сараларының айырылғыһыҙ атрибуты – Универсиада уты 2012 йылдың 12 июлендә Францияның Париж – Сорбонна университетында яндырылды. Был символ бар донъя студенттарының татыулығын, дуҫлығын белдерә. Универсиада уты 60 меңдән ашыу саҡрым юл үтәсәк, ул 6 июлдә финишҡа барып етәсәк.
XXVII Бөтә донъя йәйге универсиадаһының уты 18 июндә Өфөгә килеп етәсәк. Ул баш ҡала урамдары буйлап 38 факел тотоусы эстафетаһы ярҙамында үтәсәк. Эстафета төшкө сәғәт 3-тә Йәштәр һарайы алдынан старт аласаҡ. Артабан колонна Октябрҙең 50 йыллығы, Цюрупа, Ҡыҙыл Дон, Ленин, Коммунистик, Октябрь революцияһы, Пушкин, К.Маркс, З.Вәлиди урамдары буйлап уҙасаҡ. Финиш Салауат Юлаев исемендәге майҙанда буласаҡ. Бында ижади коллективтар сығыш яһаясаҡ. Иң аҙаҡтан ҡала уты тоҡандырыласаҡ.