31.05.2013 Салауат ҡалаһына яңы биҙәк өҫтәлде
Республиканың нефтехимия ҡалаһы Салауат үҙенең архитектураһы менән айырылып тора. Уның генераль планын XX быуаттың уртаһында Ленинградтан килгән архитектура белгестәре төҙөгән. Шуға күрә лә урамдарҙың схемаһы, биналарҙың урынлашыуы тап ошо ҡаланыҡына оҡшауы осраҡлы түгел.
Сәлауат ҡалаһы тағы ла үҙенең биҙәлеше менән айырылып тора. Бында күп ҡатлы йорттарҙың, биналарҙың стеналары социалистик реализм стилендәге паннолар бар. Уларҙа ҡаланың ғорурлығы булған спидвей мотоциклсыларының ярышы, нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы, фән һәм кешелек прогресы, йыһан, коммунизм темаһы күрһәтелгән.
Ошо көндәрҙә Салауатҡа «Мәктәп. Бишенсе элемент» урам ижады фестивале сиктәрендә Мәскәү, Санкт – Петербург, Пермь, Подольск һәм Өфөнән 13 рәссам килде. Улар Беренсе лицейҙың кесе бинаһы янында урынлашҡан ике туғыҙ ҡатлы йорттоң стеналарын биҙәне. Был фестиваль ҡаланың һәм «Газпром нефтехим Салауат» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең (элекке «Салауатнефтеоргсинтез») 65 йыллығына әҙерлек сиктәрендә үткәрелде.
Рәссамдар йорт стеналарын фән, тәбиғәт, ижад һәм энергия темаларына биҙәгән. Тап ошолар балаларға белем биреүҙә төп ролде үтәй һәм улар мәктәптә бирелә. Ә бишенсе элемент идеяһына мәктәп инә, шуға күрә лә ижадсылар тап лицей янындағы йорттарҙы һайлаған. Биш элементтың берҙәмлеге ошо урында күренә лә инде.