31.05.2013 Ғәскәровсыларҙы Төркиә Президенты үҙе ҡабул итте
Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбе ошо көндәрҙә Төркиәнән ҡайтты. Атаҡлы коллектив ТӨРКСОЙ тарафынан ойошторолған Халыҡ-ара йәштәр һәм спорт фестивалендә ҡатнашты.
Ансамбль Төркиәнең төрлө ҡалаларында сығыш яһаны, балалар өсөн мәрхәмәтлек концерттары ойошторҙо. Артистар тамашсыға башҡорт бейеүҙәренең яң яҡшы өлгөләрен – «Гөлнәзирә», «Еҙ үксә», «Бөрйән ҡыҙҙары»н күрһәтте.
Анкарала үткән фестивалдә 25 илдән 28 профессиональ коллектив ҡатнашты. Сағыу тамашаның иң иҫтәлекле мәле булып 400 артистың бер сәхнәлә төрөк бейеүе менән сығыш яһауы булды, ти Ф.Ғәскәров ансамбле етәксеһе Филүс Ҡаҙаҡбаев.
Шулай уҡ ансамбль вәкилдәрен Төркиә башлығы ТӨРКСОЙ-ҙың штаб-квартираһында ҡабул итте. Осрашыу барышында артабан да хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешелде.