01.11.2010 Гусеваның ҡыҙы тыуған
Билдәле актриса Екатерина Гусева икенсеге әсәй булды. Быға тиклем Екатерина менән Владимир Абашкин 11 йәшлек Алексей исемле ул үҫтерһә, әле ҡыҙҙары тыуған. Бәләкәскә ата-әсәһе Анна тип исем ҡушмаҡсы.
Һуңғы ике йылда актриса Моссовет театрында эшләй. Кино һөйөүселәргә ул "Змеиный источник", "Остановка по требованию", "Бригада", "Небо и земля", "Курсанты", "На Верхней Масловке", "От 180 и выше", "Охота на изюбря" фильмдары буйынса яҡшы таныш. Шулай ҙа Екатерина Рәсәй кинематографияһында "серле" фигура һанала. Ни өсөн тигәндә, актриса үҙенең шәхси тормошон бигүк күрһәтергә яратмай. Ун дүрт йыл бергә йәшәгән ире хаҡында ла мәғлүмәттәр аҙ. Баҡтиһәң, Владимир Абашкин эшҡыуар, Base-Beauty тип исемләнгән художество-етештереү фирмаһы бар икән. Компанияһы спектаклдәр, тапшырыуҙар һәм шоуҙар өсөн декорациялар әҙерләү менән шөғөлләнә. Клиенттары араһында - Алла Пугачева, Иосиф Кобзон, Валерий Леонтьев, Филипп Киркоров, София Ротару кеүек йондоҙҙар бар.