24.05.2013 Ит ризыҡтарын алғанда һаҡ булығыҙ
Кеше именлеге һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса Федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы түбәндәге мәғлүмәт менән сығыш яһаны. Унда хәбәр итеүҙәренсә, Ҡытайҙа һыйыр һәм һарыҡ итенән етештерелгән ярымфабрикаттарҙың ысынында ҡомаҡ, төлкө иттәренән яһалыуы асыҡланған. Ҡытай Йәмәғәт хәүефһеҙлеге министрлығынан белдереүҙәренсә, йыл башынан бындай 382 осраҡ теркәлгән, 20 мең тоннанан ашыу ялған продукцияға арест һалынған.
Роспотребнадзор мәғлүмәте буйынса, контрафакт ит һәм унан әҙерләнгән аҙыҡ-түлек илебеҙ һәм Ҡытай араһында осҡан самолеттарҙа, Ҡытай Республикаһы менән сиктәш өлкәләрҙәге ит баҙарҙарында, базаларында осрауы, ил сиге аша үтеүселәр менән бергә индерелеүе мөмкин. Рәсәйгә бындай ярымфабрикаттарҙы «икенсе илдә етештерелгән» тигән тамға аҫтында ла индереү хәүефе бар.
Әйтергә кәрәк, төлкөләр һәм ҡомаҡтар тәбиғәттә ҡотороҡ, туляремия, тиф, сальмоннелез, лептоспироз кеүек ҡурҡыныс йоғошло ауырыуҙар таратыусы булараҡ билдәле. Мосолман динендә лә был хайуандарҙың итен ашау хәрәм һанала.