16.05.2013 Өфө мәктәптәренә - сүп-сар өсөн яңы контейнерҙар
17 майҙа «Сүп-сар.Башҡа.Юҡ.» («Мусора.Больше.Нет») йәмәғәт ойошмаһы баш ҡаланың 25 мәктәбендә сүп-сарҙы айырым йыйыу буйынса контейнерҙар урынлаштырасаҡ. Улар әлегә ҡағыҙ туплауға тәғәйенләнгән, һуңғараҡ пластмасса ҡалдыҡтар өсөн дә буласаҡ.
«Таҙа ҡала» проектына ярашлы үткәрелгән был акцияның маҡсаты –сүп-сарҙы айырым йыйыу сиcтемаһын индереп, үҫеп килгән быуындың экологик аңын үҫтереү.
Экология акцияһы ҡағыҙ һәм пластмасса ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу, уны икенсел эшкәртелеүгә алып китеү һәм сүп-сарҙы айырым йыйыу темаһына балалар менән әңгәмәләр үткәреүҙе үҙенең эсенә индерә.