15.05.2013 «Йүкә шына» кемгә эләгер?
Донъя шоу–бизнесында хәҙерге ваҡытта «йондоҙ»ҙарға антипремиялар биреү модаға инде. Мәҫәлән, «Алтын ҡурай еләге» иң насар актерлыҡ эшенә, иң насар йыл фильмына һәм башҡаларға бирелә. Был награданы алыусылар араһында Сильвестр Сталонне ла бар.
Рәсәй шоу–бизнесы ойошторған антипремиялар араһында иң популяр булып «Көмөш калуш» һанала.
Бар донъяға һәм Рәсәйгә Башҡортостан да ҡушылды. 17 майҙа «Өфө уттары» комплексында эстрада артистарында «Йүкә шына» премияһы тапшырыу тантанаһы үтәсәк. Башҡорт эстрадаһының ялған «йондоҙ»ҙары унда иң мәғәнәһеҙ йыр, сара, клип, йылдың иң уңышһыҙ артисы, тормошҡа ашмаған өмөт, иң зауыҡһыҙ имидж буйынса баһаланасаҡ.
Әлеге ваҡытта был сараға республиканың бер районының урман хужалығында йүкә ағасынан махсус статуэткалар әҙерләнә.