15.05.2013 Ҡотороҡ сиренән һаҡланығыҙ
Республикабыҙҙың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ҡотороҡ сире менән ауырыған хайуандар тешләһә йәки башҡаса һөжүм итһә нимә эшләргә кәрәклеге тураһында инструкция әҙерләне. Уға ярашлы, бындай осраҡтан һуң кисекмәҫтән:
- тешләнгән урынды йәки яраны 15 минут буйы һабынлап йыуырға;
- яра ситен йод эретмәһе йәки 70 процентлы спирт менән эшкәртергә;
- кисекмәҫтән йәшәгән урын буйынса травмпунктҡа мөрәжәғәт итергә. Унда яраны өҫтәмә рәүештә эшкәртәсәктәр, иммунлаштырыу курсы тәғәйенләнәсәк. Әгәр ҙә кәрәк тип тапһалар һеҙҙе стационарға һаласаҡтар.
- табип ҡуйған дауалау схемаһын ҡәтғи рәүештә үтәргә, вакцина һалыу билдәләнгән көндәрҙә мотлаҡ килергә кәрәк;
- дауалау ваҡытында һәм унан һуң ярты йыл дауамында алкоголле эсемлектәр ҡулланмаҫҡа, артыҡ ныҡ арымаҫҡа, организмды өшөтмәҫкә йәки артыҡ ҡыҙҙырмаҫҡа кәңәш ителә.