15.05.2013 Иғтибарһыҙлығы арҡаһында фатирына бур төшкән
Ошо көндәрҙә Октябрьский ҡалаһында йәшәүсе 24 йәшлек егет үҙенең фатирын талауҙары тураһында ғариза менән полицияға мөрәжәғәт итә. Ул кухняһындағы форточканы япмай ике көнгә ҡунаҡҡа киткән була. Егет үҙенең иғтибарһыҙлығы арҡаһында бәләгә тарый – уның фатирына бурҙар төшә һәм ишекте асыҡ ҡалдыра. Йәмғеһе 110 мең һумлыҡ ҡиммәтле аппаратура, кейем-һалым һәм документтар урлана.
Полиция хеҙмәткәрҙәре ҡараҡты эҙләүгә тотона. Оператив сараларҙан һуң 42 йәшлек ир ҡулға алына. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, ул кискеһен икенсе ҡаттағы асыҡ форточканы күрә һәм фатирҙа бер кемдең дә юҡлығына ышанып, подъезд ҡыйығына менә һәм тәҙрә аша эскә төшә.
Артабан бур күҙенә салынған ҡиммәтле әйберҙәрҙе алып сығып китә һәм ишекте асыҡ ҡалдыра. Ул иртәгеһен дә килә һәм фатир эйәһенең ҡайтмауын күргәс, телевизорын урлай.
Ҡулға алыныусы үҙенең ғәйебен шунда уҡ таныған. Әйберҙәрҙең бер өлөшөн, документтарҙы хужаһына кире ҡайтарған. Әйтергә кәрәк, ир элек тә хөкөм ителгән булған.