15.05.2013 «Күсле ил – көслө ил»
Ошо исем аҫтында танылған яҙыусы һәм йәмәғәт эшмәкәре Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы Ситдыҡованың китабы донъя күрҙе. Был үҙенсәлекле баҫмала халҡыбыҙҙың ғаилә йәшәйеше мәҡәлдәрҙә һәм әйтемдәрҙә күрһәтелә.
Әйтергә кәрәк, был китапҡа ингән мәҡәлдәр һәм әйтемдәрҙең күптәре «Бәйләнештә» социаль селтәрендә булыусыларға таныш. Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы үҙе алып барған «Ҡотлауҙар, һөйөнсөләр, теләктәр» һәм башҡа башҡорт рухлы төркөмдәрҙә ҡуйылған тапҡыр һәм йор әйтелгән, тормошта уңышлы һәм ысын кеше булып йәшәргә әҙер аксиома булған мәҡәлдәрҙе һәм әйтемдәрҙе күптәр яратып ҡабул итә. Ә «Күсле ил – көслө ил» китабы иһә шуларҙы туплап, ысын мәғәнәлә ҡиммәтле йәшәйеш энциклопедияһы булыуы - үҙе бер ҡыуаныс. «Донъя күрке – йәр менән», «Ярап торорға кәләш алмайҙар», «Өйләнгәнгә тиклем күҙең асыҡ булһын», «Туй килә – уй килә», «Ҡеүәтле өй тарҡалмаҫ», «Йәш кәләшкә нәсихәттәр», «Балалы йорт – баллы йорт» тигән бүлектәрҙең исеме үк китаптың йөкмәткеһен асып бирә.