14.05.2013 Өфө полиция хеҙмәткәрҙәре ялған террорсыны ҡулға алды
13 майҙа баш ҡаланың полиция хеҙмәткәрҙәре һәм Өфөнөң ашығыс хеҙмәттәре «Ҡунаҡһарай» сауҙа үҙәгендә булыусыларҙы эвакуациялаған.
Киске сәғәт 5-тә сауҙа үҙәгенең һаҡ хеҙмәткәре, бинаға бомба һалынған тип ҡысҡырған егеткә иғтибар итә һәм бының турала полицияға белдерә. Хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре тиҙ арала «Ҡунаҡһарай»ҙа булған һатып алыусыларҙы һәм персоналды – йәмғеһе 400 кешене тиҙ арала эвакуациялай. Бинаның бүлмәләре һәм сауҙа үҙәгенең биләмәһе Эске эштәр министрлығының Башҡортостан кинология үҙәге эттәре ярҙамында тикшерелде. Һөҙөмтәлә хәүефле әйберҙәр табылмай.
Ялған террорсы – Өфөлә йәшәүсе 30 йәшлек ир полиция тарафынан ҡулға алына. Әйтергә кәрәк, ул элек «Законһыҙ рәүештә наркотиктар һатып алыу, һаҡлау һәм таратыу» (Енәйәт кодексының 228-се статьяһы) буйынса хөкөм ителгән була. Бомба һалыныу тураһындағы хәбәрҙе, үҙе әйтеүе буйынса, психотроп матдәләр тәҫьирендә аңламай әйткән.
Әлеге ваҡытта иргә «Террор акты тураһында ялған хәбәр» (207-се статьяһы) буйынса енәйәт эше асылыу янай. Уға өс йылға иректән хөкөм итеү ҡаралған.