13.05.2013 Һыйыр урлаусылар тотолған
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Учалы районы буйынса бүлеге полиция хеҙмәкәрҙәре ҡырҙа йөрөгән һыйыр урлаусы Силәбе өлкәһендә йәшәүсе ике ирҙе ҡулға алған.
Айкөсөк ауылы халҡы ауыл янында бурҙарҙы – 33 һәм 65 йәшлек ирҙәрҙең һыйырҙы һуйып, уны тунап йөрөүе тураһында полиция хеҙмәтенә еткерә. Енәйәт урынында һунарсы карабины, бысаҡ һәм 33 йәшлек ир исеменә теркәлгән һунарсы билеты табыла.
Хоҡуҡ һаҡлаусылар мал һуйыусыларҙы Ирекле һыуһаҡлағысы янында ҡулға ала. Шуныһы асыҡлана, бурҙар һыйырҙы үҙҙәре өсөн һуйған.
Ит малдың эйәһенә ҡайтарылып бирелә, ҡулға алыныусылар «Урларға маташыу» статьяһы буйынса ғәйепләнә.