08.05.2013 Быҙау урлаусылар тотолған
Яңыраҡ Ишембай районының полиция хеҙмәткәрҙәре мал урлауға ҡаршы иҫкәртеү операцияһын уҙғарған мәлдә быҙау урлаусыларҙы асыҡланы.
Стәрлетамаҡ – Петровск юлында ЮХХДИ инспекторы һәм патруль-пост хеҙмәткәре эсендә өс пассажиры булған «Волга» автомобилен туҡтата. Улар транспорт сараһын тикшергән саҡта артҡы ултырғыстың булмауын, уның урынында арҡандар, муйынсаҡтар ятыуын күрә. Артабан водитель - Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәүсе 30 йәшлек егет һәм уның менән бергә булған 1990 һәм 1992 йылғы егеттәр Ишембай районы буйынса эске эштәр бүлегенә килтерелә.
Тикшереү барышында ҡулға алыныусыларҙың Ишембай районы биләмәһендә дүрт быҙауҙы урлауҙа ҡатнашыуы асыҡлана. Был факт буйынса асылған енәйәт эшен тикшереү барышында урланған быҙауҙар эйәләренә кире ҡайтарыла. Егеттәр йәш малды урлап, уларҙы Стәрлетамаҡ районындағы фермер хужалыҡтарына һатырға теләгән. Әлеге ваҡытта хоҡуҡ һаҡлау органдары ҡулға алыныусыларҙың Мәләүез, Федоровка, Стәрлетамаҡ, Миәкә, Стәрлебаш, Көйөргәҙе, Ишембай райондарында енәйәттәргә ҡағылышы булыу-булмауы тикшерелә.