08.05.2013 Хәйриә КВН-ы уҙасаҡ
15 майҙа Өфөлә Революцион урамы, 169 адресы буйынса киске сәғәт 5-тә баш ҡала командалары ҡатнашлығында хәйриә КВН-ы үтәсәк. Унан йыйылған аҡса Алеша Абоимовты дауалауға китәсәк. Был малайға 9 йәш, февраль айында уның лейкоз менән ауырығаны асыҡлана. Әлеге ваҡытта Алешаның туғандары Израилдә дауаланыу курсын үтергә аҡса йыя.
Шаршамбыла уҙасаҡ КВН тураһында тулыраҡ мәғлүмәт алыу өсөн «Бәйләнештә» селтәрендәге төркөмде ҡарарға кәрәк.