07.05.2013 Урманды янғындан һаҡларға кәрәк
Май байрамдары етеү менән күптәр тәбиғәткә ял итергә ашыға. Бындай күңелле ваҡыт уҙғарыу мәлендә усаҡ, ут менән айырыуса иғтибарлы булырға кәрәк. 4 майҙа Белорет районында тәүге урман янғыны сыҡты. Инйәр урмансылығы биләмәһендә 16 гектар майҙанда тоҡанған утҡа туристар сәбәпсе.
Әгәр ҙә һеҙ урманда янғын башланғанын күрһәгеҙ, кисекмәҫтән 8-800-100-94-00 телефоны буйынса урман һаҡлау хеҙмәтенең тәүлек әйләнәһенә эшләгән «ҡыҙыу линияһы»на йәки 8 (347) 251-00-31 телефоны буйынса БР Урман хужалығы министрлығының диспетчер идаралығының тәүлек әйләнәһенә эшләгән пунктына мөрәжәғәт итегеҙ.