26.04.2013 «Дармарка»ға килегеҙ!
Иртәгә Өфөлә ЭКА хәрәкәте «Дармарка» йәрминкәһен ойоштора. Унда ҡатнашыусылар йорттарында булған һәм башҡаса кәрәкмәгән яҡшы торошло әйберҙәрен алып килә һәм башҡалар менән үҙ-ара алыштырыша. Китаптар, компакт-дискылар, үҙ ҡулдарың менән эшләнгән нәмәләр айырыуса һорау менән файҙалана. Бындай йәрминкәнең маҡсаты - әйберҙәргә икенсе тормош биреү, уларҙы эшләүгә киткән тәбиғәт байлыҡтарын, энергия ресурстарын һаҡлау. «Дармарка» мәлендә «кансази» – ҡатын-ҡыҙҙар сәсе өсөн япон биҙәүестәре эшләүгә оҫталыҡ дәресе күрһәтеләсәк. Был көндө ҡулланылышта булған батареяларҙы йыйыу ҙа ойоштороласаҡ.
«Дармарка» Шәфиев урамы, 6 адресында урынлашҡан Өфөнөң 1-се китапханаһында сәғәт 12-нән кисе сәғәт алтыға тиклем уҙғарыласаҡ.