25.04.2013 Йөрәккә уникаль операция эшләнгән
Ошо көндәрҙә Республика кардиология диспансерында А. Мясников исемендәге кардиология ғилми-тикшеренеү институтының йөрәк һәм ҡан тамырҙары хирургияһы бүлеге етәксеһе Ренат Аҡсурин аорта клапанын йөйһөҙ биологик материал менән протезлау буйынса оҫталыҡ дәресен үткәрҙе. Уның барышында 75 йәшлек инәйҙең аорта клапаны алыштырыла. Бындай уникаль операция Рәсәйҙә икенсе тапҡыр яһала. Илебеҙ кардиохирургтары уны былтырҙан бирле ҡуллана.