22.04.2013 «Рус репортеры»нда - Өфө тормошо
18 апрелдә «Рус репортеры» журналы һатыуға сыҡты. Уның биттәрендә Өфө тормошо тураһында мәҡәләләр урын алған.
Ике аҙна самаһы элек баш ҡалала «Рус репортеры» – Медиаполигон: Өфө - 24» проекты шаулап-гөрләп үтте. Уның барышында яңы эш башлаған журналистар егерменән ашыу уникаль лекция тыңланы һәм мастер-кластарҙа ҡатнашты. Улар артабан шул белемде «Х көнө»ндә - 5 апрелдә күрһәтте. Был көндө журналистар Өфө ҡалаһының тормошон бар тулылығында асып һалды.
Ә журналдың 18 апрелдә сыҡҡан һанында проект барышына йомғаҡ, иң яҡшы мәҡәләләрҙең йөкмәткеһе бирелгән. Шулай уҡ киләһе медиаполигондың ҡайҙа үтәсәге лә әйтелгән.