18.04.2013 Ярҙам итәйек
Билдәле булыуынса, быйылғы яҙғы ташҡындан республикала зыян күреүселәр байтаҡ булды. Белорет районындағы Ғәбдөк ауылы халҡына айырыуса ҡыйынға тура килде. Улар үҙҙәренең малдарын, ҡош-ҡортон юғалтты, кәртә-ҡуралары ҙур күләмдә зыян күрҙе.
Ташҡындан зыян күреүселәргә ярҙам итеү маҡсатында хәйриә акцияһы иғлан ителде. Аҡса йәки көнкүреш әйберҙәре тапшырыу өсөн Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, 5-се ҡат, «Башҡортостан» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.