10.04.2013 Кредит алғанда һаҡ булығыҙ
Күптәребеҙ үҙенең тормошонда банк продукттары, кредит үҙәктәре хеҙмәте, экспресс-займдар менән ҡуллана. Аҡса алып тороуҙың бындай төрҙәре, уйлап эш иткәндә, ныҡ ярҙам итә. Шулай ҙа кредит йәки займ юллағанда бик һаҡ булырға кәрәк. Мутлашыусылар менән алдаҡсылар һәр аҙымды һағалай. Бына шундай кешеләр арҡаһында Октябрьский ҡалаһында йәшәүсе ҡатын бәләгә ҡала яҙа. Ул 8 мең һумлыҡ займ алыр өсөн аҡса займы биреү пунктына мөрәжәғәт итә. Унда кредит инспекторы ҡатындың бар мәғлүмәтен махсус формаға тултыра. Бер аҙ ваҡыттан инспектор мөрәжәғәт итеүсегә система боҙолоуын белдерә һәм, иртәгә килегеҙ тип әйтә.
Иртәгеһен был займ алырға теләгән ҡатынды икенсе инспектор ҡаршы ала. Экспресс-займ алырға тағы ла бер һорау бирелгәс, шуныһы асыҡлана – был паспорт буйынса кисә үк кредит раҫланған. Барлыҡ документтарҙы тултырып, аҡсаны кисәге инспектор алған.
Был 24 йәшлек инспектор ҡыҙ «Аҡса үҙләштереү йәки өҫкә аҡса сығарыу» статьяһы буйынса ғәйепләнә. Уның өсөн ике йылға тиклем иректән мәхрүм итеү ҡаралған. Әйтергә кәрәк, ҡулға алыныусы элегерәк паспортындағы тыуыу датаһын үҙгәрткән өсөн хөкөм ителгән була.