08.04.2013 Авиация яратыусылар иғтибарына!
16 апрелдә «Объективта - авиация» программаһы сиктәрендә Өфө тарихында тәүге споттинг үтәсәк. Уны «Точка отрыва» фестивале менән берлектә «Йәш авиация» ойошмаһы «Өфө» аэропортында ойошторасаҡ. Унда фотографтар - споттерҙар самолеттарҙың осоп китеүен һәм ултырыуын фотоға төшөрәсәк.
Был хобби бар донъяла бик ныҡ таралыу алған. Илебеҙҙең «Шереметьево», «Домодедово», «Внуково», «Пулково», «Кольцово», «Толмачево», «Кневичи» кеүек ҙур аэропорттарында бындай саралар йыш үтә. Споттерҙар фотоға һәм видеоға төшөрә һәм махсус реестрҙан ҡарап, теге йәки был самолеттың йәки вертолеттың ҡайһы авиакомпанияға ҡарағанын, ниндәй маршрут буйынса осҡанын билдәләй.
«Өфө» аэропортында үтәсәк споттингыға заявкалар ufapoint@mail.ru электрон адресы буйынса 14 апрелгә тиклем ҡабул ителә. Ҡатнашыусылар һаны сикләнгән, шуға күрә лә ашығырға кәрәк.
Заявкала паспорттың номеры, серияһы, теркәлеү урыны, эш урыны, аппаратура (фотоаппарат/камераның маркаһы/моделе/серия номеры) буйынса мәғлүмәт бирергә.
Тулыраҡ был сара менән «Бәйләнештә» социаль селтәрендә «Споттинг Spotting Уфа _Точка отрыва_ » битендә танышып була.