04.04.2013 Шартлатҡыс тапшырған өсөн 1,5 миллион һум аҡса!
РФ Эске эштәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы иғлан иткән «ҡорал тапшырған өсөн аҡса ал!» акцияһы дауам итә. Уның барышында граждандар шартлатҡыс матдәләр, ҡорал тапшыра һәм уның өсөн аҡса ала. Кисә беҙ был турала яҙып үткәйнек.
2 апрелдә Өфө ҡалаһының лицензиялау һәм рөхсәт биреү подразделениеһына 28 йәшлек егет ошондай табылдыҡ менән мөрәжәғәт итә. Ул 100 килограмға яҡын дарыны үҙенең төҙөлә башлаған мунсаһында табып ала. Хәҙер егеткә миллион ярым һумдан ашыу аҡса түләнәсәк.
.