03.04.2013 Тәҙрә ярып күрше-тирәһенән үс алған
Ошо көндәрҙә Рәсәй Эске эштәр министрлығының «ҡырмыҫҡалы» муниципаль-ара бүлегенә 30 йәшлек Атйетәр ауылы кешеһе мөрәжәғәт итә. Уның өйөнә билдәһеҙ кеше инеп, бар нәмәне емергән була.
Полиция хеҙмәткәрҙәре бер сәғәт эсендә хоҡуҡ боҙоусыны – 24 йәшлек егетте ҡулға ала. Ул был көндө ғариза биреүсенең өйөнән тыш, ауылдағы тағы бер мунса менән һарайға төҙөлә башлаған күп фатирлы йортҡа ла зыян килтергән.
Был енәйәттең сәбәбе үҙенсәлекле – егет яңыраҡ күршеһендә йәшәгән ҡатынға хужалығында ярҙам итә. Бер нисә көн үтеүгә ул эш өсөн аҡса һорап, күршеһенә инә. ҡатын өйҙә булмай сыға һәм егет асыуланып, ерҙә ятҡан торбаны ала һәм һарай менән мунса тәҙрәләрен яра.
Артабан ул күршелә йәшәгән 30 йәшлек ирҙең – үҙенең ағаһының дуҫы өйгә килеүен иҫләй. Был ирҙәр эсеп, хулиган егеткә йоҡларға ҡамасаулағас, хәҙер ул шуның өсөн үс алырға уйлай. Күршеһенә инһә, бәхеткә күрә, өйҙә булмай. Ләкин егет балта алып, күҙенә нимә күренә - мебелде, һауыт-һабаны, хатта ноутбукты сапҡылай.
Бынан һуң да хулиган тынысланмай, тышҡа сығып, эргәлә төҙөлөүсе кирбес йорттоң 15 тәҙрәһен селпәрәмә килтерә. Тик шунан һуң ғына ул өйөнә ҡайта һәм уны полиция хеҙмәткәрҙәре ҡулға ала.
Ни өсөн егет бындай баш-баштаҡлыҡты ҡылған - быны үҙе лә аңлата алмай. Әлеге ваҡытта уға ҡарата «Аңлы рәүештә милекте юҡҡа сығарыу» статьяһы буйынса енәйәт эше асылған, ҡулға алыныусы суд-психиатр экспертизаһын үтәсәк. Әгәр ҙә егет үҙ аҡылында тип танылһа, уға килтерелгән зыянды ҡапларға һәм закон алдында яуап бирергә тура киләсәк.