02.04.2013 Учалы районының яңы символы буласаҡ
Тиҙҙән Учалы районында Ағиҙел йылғаһы сығыу урыны төҙөкләндереләсәк. Йылға башы – ер аҫтынан урғылып сыҡҡан шишмә тирәһе йәшмә менән биҙәләсәк, Урал батырҙың ҡылысы һынландырыласаҡ. Шулай уҡ был ергә беседка ла ҡуйыласаҡ.
Йылға башын төҙөкләндереү эскизын исеме республикала киң билдәле Әмир Шакиров яһаған. Әйткәндәй, тап ул үткән быуаттың 60-сы йылдарында ошо урында ҡуйылған, ләкин хәҙерге көндә тиклем һаҡланмаған Салауат Юлаевҡа арналған ағас һәйкәлдең авторы булып тора.
Урал батыр комплексын ҡороуға аҡсаны бағыусылар бүлгән. Шишмә башын тәртипкә килтереү эштәре йәйгеһен башҡарыласаҡ.