02.04.2013 Өфөләр экологияға битараф түгел
Алдан хәбәр итеүебеҙсә - https://www.ye02.ru/news/online/6858-124011...5yraby1177.html - 30 мартта БР «Тәбиғәт» дәүләт унитар предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре ЭКА хәрәкәте әүҙемдәре менән берлектә «Субботка-переработка» экологик акцияһын ойошторҙо. ҡала халҡы көн һыуыҡ тип ҡарап торманы, сараға теләп килде. Өфө дәүләт профессиональ-педагогия колледжы студенттары унда практик дәрестәр сиктәрендә ҡатнашты.
Илленән ашыу энергияны һаҡлаусы лампа алып килгән егет уларҙы эшендәге коллегаларҙан йыйып алыуын белдерҙе. Тирә-яҡ мөхитте һаҡларға теләгән ошондай кешеләрҙең булыуына тик «афарин» тиергә генә ҡала.
Ә «Тәбиғәт»тең инженер-экологы Альбина Шәмсетдинова белдереүенсә, тәбиғәтте һаҡлау һәр беребеҙҙең бурысы булып тора.
- Дөйөм йортобоҙ – Ерҙе балаларыбыҙға һәм артабанғы быуындарға яҡшы хәлдә тапшырырға тейешбеҙ. Тәбиғәттә булған етди процестарға беҙ һәр ваҡыт ҡыҫыла алмайбыҙ, ләкин йәшәгән урыныбыҙҙы, ял иткән ерҙе таҙа тоторға бурыслыбыҙ. Экология проблемаларына иғтибар иткән кешеләрҙең күбәйеүе тик шатландыра ғына. Был иһә ҡалабыҙҙың көндән-көн таҙара барыуын күрһәтә, тип тамамланы ул һүҙен.
Шәмбе акцияһы йомғаҡтары буйынса барлығы 355 кг макулатура, 2 кг быяла, 2 кг пластик һәм полиэтилен, 65 энергияны һаҡлаусы лампа, 2 кг ҡалай, 32 кг металл һынығы, 9 батарея йыйылды.