02.04.2013 Шихандар конкурста беренсе урында килә!
«Рәсәй 10» мультимедия проект-конкурсында - https://www.ye02.ru/news/online/6887-respub...85lajy1185.html - тәҡдим ителгән илебеҙ төбәктәрендә урынлашҡан иң матур тәбиғәт ҡомартҡылары, архитектура һәм мәҙәниәт өлгөләре араһында федераль округтар кимәлендә ярыш дауам итә. Әлеге ваҡытта Волга буйы федераль округы кимәлендә Шихандар беренсе урында. Ул 14700-ҙән ашыу тауыш йыйған.
Икенсе урында – Пермь крайындағы Көнгөр мәмерйәһе (12 мең тауыш), өсөнсөлә - Һамарҙағы Сталин бункеры (10500 тауыш). Уларҙан саҡ ҡына ҡалышып, Һарытау автомобиль күпере менән Ырымбур өлкәһендәге Быҙаулыҡ ҡарағай урманы килә.
Тауыш биреп республикабыҙ данын яҡлайыҡ! http://10russia.ru/sights/7/881 - ошо йүнәлтмә буйынса инеп, бер компьютерҙан тәүлегенә өс мәртәбә тауыш бирергә мөмкин.