26.03.2013 Юғары стандартлы юл төҙөләсәк!
Республика автомобилселәренә һөйөнөслө яңылыҡ - быйыл «Күмертау - Һағарсын» дүрт һыҙатлы автомобиль юлы төҙөлә башлаясаҡ. Ул «Европа – Көнсығыш ҡытай» транспорт коридорына инәсәк.
Юл Ырымбур өлкәһе Аҡбулаҡ районындағы Һағарсын ауылынан төҙөлә башлаясаҡ. Уның оҙонлоғо 190 километр тәшкил итеп, ул «1-б» – I категориялағы дөйөм тәғәйенешле магистраль юл төрөнә инәсәк.