22.03.2013 «Ҡағыҙ шаңдауы» акцияһы тамамланды
Был экологик сара баш ҡаланың Калинин районында үтте һәм уға 18 мәктәп йәлеп ителде. Акция уҡыусылар һәм ата-әсәләр тарафынан ҡағыҙ ҡалдыҡтарын айырып йыйыу һәм эшкәртеүгә, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләүгә иғтибарҙы арттырыу маҡсатында үткәрелде.
Калинин районында барлығы 25 тоннанан ашыу макулатура йыйылып, артабан эшкәртеүгә йүнәлтелде. Әүҙем ҡатнашыусылар ҙа билдәләнде – өсөнсө урынды 78-се һәм 53-се мәктәп, икенсене – 87-се мәктәп, беренсе урынды 4 тонна ҡағыҙ йыйған 118-се мәктәп алды. Шуның менән Өфө ҡалаһының 6 районында (Киров, Ленин, Дим, Совет, Октябрь һәм Калинин) үткән «ҡағыҙға – икенсе тормош» акцияһында 120 тоннанан ашыу макулатура тупланды. Хәҙер был матур сара Орджоникидзе районында дауам итә.