19.03.2013 "Мин йәшәгән саҡта туберкулезды туҡтатығыҙ!"
24 март — Бөтә донъя туберкулезға ҡаршы көрәш көнө. Ул 1996 йылда Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы инициативаһы менән булдырылған. Быйыл был көн "Мин йәшәгән саҡта туберкулезды туҡтатайыҡ!" девизы аҫтында үтәсәк һәм Өфө халҡы өсөн бушлай флюорография үткәреү ойоштороласаҡ. Бының өсөн Цюрупа урамы, 97 адресы буйынса Үҙәк сауҙа комплексы майҙанына килергә кәрәк. Унда күсмә флюорография ҡорамалы урынлаштырыласаҡ. Процедураға ҡабул итеү иртәнге сәғәт ундан дүрткә тиклем буласаҡ.