22.10.2010 Оҙо-он «НефАЗ» автобусы сыҡты
Нефтекама автозаводы VDL-НефАЗ-52995 моделле ҡала автобустарының беренсе һынау партияһын сығарҙы, тип яҙа «Башинформ» агентлығы. 18,5 метр оҙонлоҡтағы автобус 146 кеше һыйҙыра һәм пассажирҙар күп йөрөй торған маршруттарға тәғәйенләнгән. Уңайлыҡтарын һанағанда, автобус тәпәш иҙәнле, йәғни ингән-сыҡҡанда бейек «тупһа» аша үтмәйһең. Бынан тыш инвалидтар, балалар коляскаһы өсөн ергә төшә торған махсус иҙәне бар. 3 елләтеү люклы, 2 кондиционерлы, ҡарайтылған тәҙрәле яңы шул сама оҙон «НефАЗ»ға тейәлеп йөрөрбөҙ әле тиҙҙән.