05.03.2013 Азат Биксурин һәм уның “Яңы дуҫтар”ы
Март айы Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы өсөн ваҡиғаларға бай булмаҡсы. Халыҡ-ара джаз фестивале, “Каруанһарай» төркөмөнөң, Сәйҙә Ильясованың концерты, РСФСР һәм БАССР-ҙың халыҡ артисы Радик Гәрәевтың хәтер кисәһе... Был тамашалар араһында Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Азат Биксурин тәҡдим иткән “Яңы дуҫтар” исемле концерт айырыуса иғтибарҙы йәлеп итә. Унда билдәле ҡурайсы “Сураман” төркөмө менән сығыш яһаясаҡ.
“Сураман” – этник-фьюжн төркөм. Ул тамашасыларға төрлө стиль, йүнәлештәр һәм этник көйҙәр ҡушылған музыка тәҡдим итә. Төркөм составында Артур Байрамғәлин, Александр Карташов, Андрей Филиппов, Владимир Юдин, Шәфҡәт Овезов кеүек үҙ аллы эшләгән музыканттар йыйылған. Улар Башҡортостанда ниндәйҙер кимәлдә билдәлелек яулап өлгөргән дә инде. Замансалаштырылған башҡорт халыҡ көйҙәре, композиторҙарҙың музыкаль әҫәрҙәре, төрлө жанрҙар һәм стилдәр уҡмашҡан үҙенсәлекле, йәмле кисәгә рәхим итегеҙ, дуҫтар!
Н. АҘНАБАЕВА.