21.10.2010 “Телевизорҙағына бер ҙә оҡшамаған!”
“Телевизорҙағына бер ҙә оҡшамаған!”
ПФ Президенты ҡарамағындағы бала хоҡуҡтары буйынса тулы хоҡуҡлы вәкил Павел Астахов Өфөгә эш сәфәре барышында “Индиго” психология-медицина-социаль ярҙам күрһәтеү үҙәгендә булып, балалар менән аралашты. Балаларҙың һорауҙарына ихлас яуап биреп, уларҙың сығыштарын ҡыҙыҡһынып ҡараған дәүләт эшмәкәренә ҡарап бер ҡыҙ: “Телевизорҙағына бер ҙә оҡшамаған!” – тип әйтеп ҡуйҙы. Ысынлап та, омбудсмен балалар менән тиң күреп һөйләште, ҡыҙҙар һәм малайҙар ҙа уны үҙ итте, үҙҙәре хаҡында һөйләнеләр, йырлап та, музыка ҡоралында уйнап та күрһәттеләр, һорауҙар ҙа бирҙеләр, бергәләп фотоға ла төштөләр. “Нулевой километр” группаһының йырын ихлас тыңланы. “Ни өсөн группағыҙ шулай атала?” – тип ҡыҙыҡһынды. “Йә, нимә теләйһегеҙ,һорағыҙ, һәр үтенесегеҙҙе үтәйем”, – тип мөрәжәғәт итте ул үҫмерҙәргә. Быны көтмегән үҫмерҙәр тәүҙә аптырап ҡалды. Шулай ҙа бер ҡыйыу егет табылды, “Өфөлә скейт-парк кәрәк”, – тине ул. “Ярай, әле генә булмаһа ла был хаҡта уйлашырбыҙ”, - тип вәғәҙә итте Павел Астахов.