19.10.2010 «Бишбармаҡ»тан ауыҙ итегеҙ
Хип-хоп, рэп менән мауығыусылар күптән һағынып-һағынып көткән сара килеп тә етте – ошо аҙнала йома көндө «ТТ» клубында «Бишбармаҡ» халыҡ-ара төрки телдәр хип-хоп фестивале уҙасаҡ
Был сара тиҙҙән әрме сафтарына юл аласаҡ «Ике йөҙ» төркөмө солисы Вәсил Ғафаровты оҙатыу кисәһенә арнала һәм «Ике йөҙ» дуҫтарын йыя» тип исемләнгән. Ә дуҫтарҙың ниндәйе бит әле – йәштәр күптән яратып өлгөргән «Арғымаҡ», «Бүреләр» төркөмдәре, Ридаль Диастың джаз командаһы, Хызыр, Буранбай, Алтынай, Гөлнур ҡарабулатова, Рифмир, «Осҡон» төркөмө.
Алып барыусылар ҙа беҙгә күптән таныш шуҡ егеттәр – Шәһит Башҡорт Хамматов менән МС Высоцкий. Русса рэп уҡыусы М. Бокс менән Леха Свечаның да ҡунаҡҡа килеүе көтөлә. Бындай саралар көн дә уҙғарылмай, дуҫтар, йоҡлап ҡалмағыҙ!