RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Әбйәлилдәр ҙә һүлпәнлек күрһәткәс...

14.12.2012 Әбйәлилдәр ҙә һүлпәнлек күрһәткәс...

Декабрҙең 20-ләренә тиклем ваҡыт бик аҙ ҡалды бит, дуҫтар. Юҡ-юҡ, былар тағы ахырызаман тураһында яҙа икән, тип уйлай ғына күрмәгеҙ. Һүҙ, киреһенсә, беҙҙе көткән күңелле һәм шатлыҡлы киләсәк хаҡында. Ә кем күңелле һәм шат йәшәй? Яуап ябай – бөтә нәмәне белеп, ишетеп, тормош йүгәнен үҙе тотоп торған кеше. Донъя менән мәғлүмәт идара итә. ‒ “Йәшлек” һеҙгә шул идара итеү ҡоралын – кәрәкле мәғлүмәтте еткерә. Барыһы ла рәхәт кенә, шып-шыма. Һеҙҙән гәзитебеҙгә яҙылырға ғына кәрәк – ҡалғаны йүгереп йөрөп эшләгән журналистар ҡулында.
Декабрҙең 20-һенә килгәндә, гәзиткә яҙылыу шул көндәргә тиклем дауам итә. Һуңлап ҡалмағыҙ.
Ваҡытлы матбуғат баҫмаларына яҙылыу барышы менән ентекле танышып сыҡтыҡ. “Йәшлек”кә яҙылыу буйынса республикала иң беренсе урында баймаҡтар бара. “Афарин!” – тибеҙ Бай­маҡтағы ҡыҙыҡһыныусан, баҫма матбуғат һүҙенең ҡәҙерен белгән дуҫтарыбыҙға. Әлбиттә, гәзиткә яҙылыу кампанияһы дауам итә, артабан да әүҙемлекте юғалтмайыҡ, почтальондарға ял бирмәгеҙ – әле һеҙҙәге тираж 1000 самаһы ғына. Быны “ыһ” та итмәй биш тапҡырға арттырырға була!
Ә бына Әбйәлил районы “Йәшлек”кә яҙылыу буйынса Баймаҡтан бер аҙ арттараҡ ҡалған. Аптыраныҡ. Баймаҡтар нишләп алға сыҡты икән, тип түгел, нишләп әбйәлилдәр һыр бирҙе икән, тип. Беренселекте бер кемгә лә бирмәй ине был район! Шулай ҙа өмөтөбөҙ һүнмәй әле – сәмле, ғәмле һәм, әлбиттә, дәртле Әбйәлил халҡы үҙ позицияһын кире яулап алыр ул!
Бөрйән районында “Йәшлек”кә 620 тирәһе ғаилә яҙылған. Аҙ, бик аҙ һан был. Күгәрсен районы бөрйәндәрҙән дә ҡалыша – улар тиражыбыҙҙы 480 самаһына ғына арттырҙы. Беҙҙең өсөн һәр гәзит уҡыусы ҡәҙерле, тик шулай ҙа яҙғандарыбыҙ менән ни тиклем күберәк кеше танышһа, эшләүе шул тиклем күңеллерәк булыр ине. Ейәнсурала “Йәшлек”кә яҙылыусыларҙың һаны 365 кеше тирәһе. Был һан күпме, әллә аҙмы икәнлеге тураһында һүҙ сурытып тормайбыҙ инде – аҙ икәнлеге былай ҙа аңлашыла. Белорет районы бөтөнләй күңелде ҡырҙы – унда “Йәшлек”те уҡыу­сылар һаны 200 кешегә лә тулмай. Учалы районында әлегә 429 гәзит уҡыусыбыҙ бар икән.
Нуриман районында ҙур ғына башҡорт ауылдары күп. Тик улар гәзит уҡымаймы икән әллә – унда “Йәшлек”кә ни бары 157 ғаилә яҙылған. Хөрмәтле дуҫтар, әүҙемерәк булығыҙ, “Йәшлек”кә яҙылыу өсөн почтальондарға мөрәжәғәт итегеҙ! Ишембай, Әлшәй, Йылайыр, Ғафури, Хәйбулла райондарында тираж 220-нән артып, 350-гә етер-етмәҫ көйө тора. Мәсетле, Балаҡатай, Миәкә, Стәрлебаш, Дәүләкән райондарында 200-гә лә тулмаған әле.
Ә Өфө һуң, Өфө! Баш ҡалабыҙҙа ҡыҙыҡһыныусан зыялыларыбыҙ тупланһа ла, баҫмабыҙҙы алдырыусылар һаны 200 кешегә лә тулмаған. Ә бит баш ҡалала 100 меңдән ашыу башҡорт йәшәй.
Хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ! “Йәшлек” гәзите артабан да матур, үткер һәм заманса мәҡәләләре менән һеҙҙе ҡыуандырасаҡ. “Гәзиткә яҙылып өлгөрмәнем”, – тип бошоноусылар күп булһа ла, әлдә яҙылмай йәшәп ятам, тип ҡыуаныусыларҙы күр­гән юҡ әле. Шуға ла бөгөнгөбөҙ тәҡдим иткән бәрәкәттең ҡәҙерен беләйек, “Йәшлек” менән йәшәйек!
«Йәшлек»тәр.










Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне